Администрация сельского поселения Ташбукановский сельсовет
Гафурийский район Республики Башкортостан

Тексты официальных выступлений

Хәйерле көн, хөрмәтле депутаттар, ҡунаҡтар Һәм ауылдаштар!

Хәйерле көн, хөрмәтле депутаттар, ҡунаҡтар Һәм ауылдаштар!

Ауыл  хакимиәте  көндәлек  эшен Ташбүкән ауыл биләмәһе Уставын, ауыл биләмәһенең ҡабул ителгән социаль-иҡтисад планын,  халыҡ наказдарын үтәүгә бағышлай. Ауыл биләмәһе хакимиәтенең төп мәсьәләһе булып ауылдарыбыҙҙың мәнфәғәтен, халыҡтың йәшәйеш сығанаҡтарын һаҡлау тора.  

Бөгөн ауыл советының асыҡ ултырышында  һеҙҙең алда үткән 2017-се йылда ауыл хакимиәте тарафынан башҡарылған эштәр хаҡында, ауыл хакимиәте исеменә әйтелгән тәҡдимдәр, һорауҙар һәм киләсәккә пландар тураһында һүҙ алып барыласаҡ.

 

Ташбүкән ауыл биләмәһе Түбәнге Ташбүкән, Үрге Ташбүкән Һәм Ҡурғашлы ауылдарын берләштерә. Бөгөнгө көндә Түбәнге Ташбүкән ауылдарында  башланғыс мәктәп, Ҡурғашлы ауылында медпункт, почта, клуб, мәсет, Түбәнге Ташбүкәндә ауыл хакимиәте, клуб, ике ауылда  сауҙа нөктәләре бар.

Ауыл биләмәһендә 304 йорт–хужалыҡ иҫәпләнеп, шуларҙың 249да 616 кеше йәшәй. 24 ер участогы буш ята,   35 йортта йәшәүселәр юҡ. Пенсионерҙар һаны– 133, эшкә яраҡлы – 346 (11 кеше инвалидность буйынса эшкә  яраҡһыҙ исмелегендә), 18-гә тиклемгеләр 126, шуларҙың 7 йәшкә тиклемгеләре 39,  уҡыусылар 62, вахта ысылу менән эшләүселәр – 50, эшһеҙ статусында – 2 кеше.

Ауыл мәктәбендә  барыһы 13 бала белем ала, 19  балабыҙ гимназияла уҡып йөрөй.

Хәрби учетта 119  граждан тора, шул иҫәптән ҡатын-ҡыҙҙарҙан – берәү, махсус учетта – 1, хәрби хеҙмәттә - 2, запастағы офицер – берәү, призывниктар – 3. 2017-се йылда 11   күп балалы ғаилә, 11  аҙ тәьмин ителгән, тулы булмаған 7 ғаилә теркәтелгән, 6  ғаилә насар иҫәптә тора, инвалид бала тәрбиәләүсе 2 ғаилә бар. Һанап киткән ғаиләләр менән даими рәүештә профилактик эш алып барыла.

 

2017-се йылда 14 кеше мәрхүм булған, 1 сабый донъяға килгән. 2016-се йылда иһә  6 кеше вафат булған, 7 сабый тыуған. Вафат булыусыларҙың алтауһы хеҙмәткә яраҡлылар исемлегендә ине, үлемгә килтереүсе төп сәбәп - эскелек. Халҡыбыҙҙың иң яуыз дошманы – эскелектең көндән-көн арта барыуы бик борсой. “Йәшел йылан” ағыуы халҡыбыҙҙы иң яман ауырыуҙарҙан да нығыраҡ ҡыра, ил тотҡаһы – ир-егеттәребеҙҙе, йәшәү күрке булыр ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы ҡаҡшата, миңрәүләтә.

Биләмә буйынса 213 баш һыйыр малы, шул иҫәптән 102 баш һауын һыйыры, 145 баш умарта иҫәпләнһә, һарыҡ-кәзәләр һаны – 795, ҡош-ҡорт – 685 баш.

Былтыр ауыл советының 10 ултырышы уҙғарылып, барлығы 32  һорау ҡаралды,  уларҙың барыһы ла ауыл биләмәһен тәртиптә тотоу һәм халыҡтың тормош-көнкүреш шарттарын яҡшыртыуға бағышланған ине.

Үткән йыл хакимиәт белгестәре тарафынан 18 норматив юридик акт проекттары  әҙерләнгән һәм тикшереүгә сығарылған,  8 ауыл советы ҡарары,  82 постановление, 26 распоряжение. Шулай уҡ  65 нотариаль эш алып барылған. Дәүләт органдарынан 71 һорау килгән  һәм  яуап бирелгән. Электрон хаттарҙан тыш, барыһы 238 хат ебәрелгән.

Ауыл хакимиәтендә беҙҙең  исемгә  йүнәтелгән халыҡ мөрәжәғәттәре һәм наказдары менән йыл әйләнәһенә эш барылды. Барыһы ла ҡаралды, ыңғай хәл ителде һәм  ваҡытында яуап бирелде тип әйтерлек. 

Барыһы  20  выписка бирелгән, шул иҫәптән -------   протоколдан, - 8  хужалыҡ китаптарынан,  шулай уҡ  630   справка бирелгән.

Ауыл тормошона килгәндә инде, егәрлеләребеҙ тырышып мал үрсетеп, һөт-ҡаймаҡ, май, ит менән ҡаланан килеүселәрҙе, район үҙәгендә йәшәүселәрҙе тәьмин итәләр. Уңған хужабикәләребеҙ тураһында әйтеп үтәһебеҙ килә: Ташбүкәндән Зоя Кәримова, Нәғимә Мөхәмәтйәнова, Рәмилә һәм Флүзә Ҡотовалар, Гөлшат Булатова, Сәриә Йәнтүрина, Роза Ибәтуллина, Ғәйшә Насирова, Рәмзиә Зөбәйҙуллина, Әлфиә Әбелғатина, Фатима Файзуллина, Ҡурғашлынан  Тәғзимә Әбелғатина, Резеда Заһиҙуллина, Асма Буляккулова, Фәйрузә Ғәлиәхмәтова, Гөлнара Харисова  һәм башҡалар. Нигеҙҙә үҙҙәре етештергән ауыл хужалығы продукцияһын һатып ярайһы ғына табыш алалар.

Ауыл биләмәһендә 9 эшҡыуар теркәтелгән: 3 сауҙагәр, 2 ағас эшкәртеүсе, 1 тегеү цехы ойошторған

 

 Шәхси эшҡыуарҙар Гөлнар менән Илфат Әбелғатиндар, Фәйрүзә менән Ғаяз Ғәлиәхмәтовтар ауыл кешеләрен аҙыҡ-түлек, кәрәкле тауарҙар менән тәьмин итеп тора. Әбелғатиндар иһә Ташбүкән халҡына ла  сауҙа хеҙмәте күрһәтә.

Ауыл биләмәһендә етештереү объекттары булмағанлыҡтан, халыҡ үҙ йүнен үҙе күреп йәшәргә күнеккән, әммә эшһеҙлек мәсьәләһе тәүге урында тора. Шуға ла 50-ләп ир-егет вахта ысулы менән Себер тарафтарында эшләп йөрөй.

Ауыл биләмәһендә өлкән йәштәге кешеләр даими иғтибар үҙәгендә. 2017 йылда  16 кешегә 1 социаль хеҙмәткәр Абдрахманова Эльвира  ярҙам күрһәтте. Йыл һайын Еңеү байрамы, ололар көнө менән ҡотлап оло йәштәге апай-ағайҙарҙы бүләкләп үтәбеҙ.

Ауыл биләмәһендәге иң ҙур, күптән килгән көнүҙәк проблема – Түбәнге Ташбүкән ауылында фельдшер юҡлығы, медпункттың авария хәлендә булыуы. Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау министрлығы хаты буйынса 2017 йылда уҡ планға ауылда модульлы фельдшер пункты төҙөү керетелгән ине. Район үҙәк дауаханаһы етәкселәренә  әйтеп үткәндәр барыһы ла билдәле. Киләсәктә улар хәл ителер тип өмөтләнәбеҙ.

Күп йылдар инде Ҡурғашлыла  фельдшер Нурия Әһлиуллина эшләп килә, ауылдаштарына һәр саҡ ярҙам күрһәтергә әҙер.

Почта бүлексәһе эшенә килгәндә, әйтергә кәрәк, Түбәнге һәм Үрге ауылдарға мобиль почта машинаһы  матбуғат баҫмаларын тарата. Яңы ғына эш  башлаған Ҡурғашлы почта бүлексәһе етәксеһе Венера Сәғәҙиева матбуғат баҫмаларын ваҡытында таратырға, эш урынында ла ауылдаштарын хеҙмәтләндерергә тырыша.

Мәҙәниәт тормошона килгәндә инде, клуб эшселәре тарафынан һәр байрамға арналған саралар үткәрелә, концерттар ойошторола. Йыл әйләнәһенә каникулдар башланыу менән балалар ҡатнашлығында конкурстар, викториналар, спорт ярыштары үткәрелеп тора. Еңеүселәргә ҡулдан килгәнсә бүләктәр, приздар тапшырыла.

 Янғын хәүефһеҙлеген һаҡлау маҡсатында  ауыл биләмәһендә бер янғын һүндереү машинаһы, бер водитель, мотопомпала ике эшсе  ҡаралған. Әйтергә кәрәк, үткән йылда биләмәбеҙҙә  1 янғын осрағы булды: Абдрахманова Эльвира менән Йәнтүрин Фәнилдең хужалығында һарай янды. Биләмәлә янғындарҙы иҫкәртеү маҡсаты менән йыш ҡына һәр бер йорт-ҡурала  профилактик әңгәмәләр үтеп торһа ла, тәү сиратта,  ҡурҡыныс афәттән үҙ ғүмерен, мөлкәтен һаҡлап ҡалыуҙа һәр кеше үҙе хәстәрләргә тейеш. Ауылда янғын-фәлән сыҡһа, бөтә халыҡ беркетелгән янғын һүндереү инвентаре менән килеп, һүндереүҙә актив ҡатнашырға бурыслы.  Биләмәбеҙҙә янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү халыҡтың уңайлы йәшәйешенең иң мөһим    шарты.

Ауыл биләмәһенә килгән һәр бер кеше иң беренсе уның таҙалығына, юлдарҙың төҙөклөлөгенә, яҡтыртҡыстарҙың барлығына һәм йорт-ҡураларҙың тышҡы  күренешенә иғтибар итә.

Төҙөкләндереү проблемаһын хәл итеү аҡса ғына талап итмәй, шулай уҡ  ауылда йәшәүсе һәр кешенең ҡатнашлығын да талап итә. Бер ҡарауҙа, төҙөкләндереү анһат ҡына хәл ителә торған мәсьәлә. Беҙ барыбыҙ ҙа бер ауыл биләмәһендә йәшәүселәр, һәр ауылдың матур, таҙа буылыуын теләйбеҙ. Үкенескә ҡаршы, һәр береһе  был һорауҙы үҙенсә хәл итә. Кемдер таҙалыҡты һәм тәртипте булдырыу өсөн үҙ көсөн һалһа, кемдер  «беҙгә тейештәр» тип кенә ҡуя.

2017-сы йылда яҙлы-көҙлө тирә-яҡ мөхитте, зыярат эстәрен таҙартыу, төҙөкләндереү, юл ситтәрендә үҫеүсе үләндәрҙе сабыу  буйынса өмәләр үткәрелде,  санкцияһы булмаған сүплектәр таҙартылды.

Республика бюджетынан бүленгән аҡсаны маҡсатлы файҙаланып, ауыл  урамдарын ҡарҙан таҙартыуыға 115735 һум 62 тин тотонолдо, урамдарға 5 яңы яҡтырҡыс ҡуйылды, 12-һе ремонтланды (54300), ике ауыл араһындағы зыяраттың кәртәһенә 99718 һумлыҡ профнастил, профил һәр кәрәк-яраҡтары алынды,  Ҡурғашлы ауылында Бәйәк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың иҫтәлегенә арналған обелискка ҡара граниттан таҡтаташтар һәм уларҙы ҡуйыу өсөн матриалдар алынды (47000+5910), Ҡурғашлы ауылында Лесная Һәм Центральная урамдарын өлөшләтә ремонтлау өсөн 58797 тотонолдо, Ҡурғашлы ауылында яңы зыяратты кәртәләр өсөн 99901,51 һум, ауыл баҙарын төҙөр өсөн 16923 һум бүленде.

“Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһенең  “Реаль эштәр” проектын ғәмәлгә ашырыу өсөн 2017-се йылда биләмәбеҙгә 100 мең аҡса бүленде. Ул аҡсаға Ташбүкән ауылы башланғыс мәктәбенең бинаһы йылытылды. Киләһе йылда ла ауылдарыбыҙҙы төҙөкләндереү, юлдарҙы тәртиптә тотоу буйынса эш алып барыласаҡ.

Биләмәлә көнүҙәк проблемалар ҙа  етерлек. Шуларҙың Халыҡтан ваҡытында сүп йыйыу һәм уны полигонга  урынлаштырыу, санкцияһы булмаған сүплектәрҙе юҡ итеү, ауылдарыбыҙҙа магазин, клуб, памятниктар тирәһен матурлау, ауыл эсендәге юлдарҙы тигеҙләү һәм башҡа  көнүҙәк проблемаларҙы хәл итеү өҫтөндә эш алып барыласаҡ.   Йәй көндәре күп һанлы еңел машиналарҙың елдереүенән ауыл урамдарында саң болото хасил булыуына зарлана халҡыбыҙ. Киләсәктә үҙәк урамға ғына булһа ла асфальт һалыу, биләмәләге йәнә ике ауылға ла һыу үткәргестәр һуҙыу,  ауылдарға газ уҙғарыу ҙа – күптән өлгөрөп еткән мәсьәләләрҙең береһе.

Ауылдарыбыҙҙы демографик “соҡорға” этәреүсе “йәшел йылан” беҙҙең генә түгел, илебеҙ афәте. Эксперттар билдәләүенсә, ялған араҡы Рәсәй баҙарының өстән ике өлөшөн тәшкил итә. Косметик сара өсөн сығарылған төрлө спиртлы төнәтмәләр, ялған осһоҙ араҡы эсеп, күпме халҡыбыҙ ҡырыла. Сифатһыҙ араҡы дауалап булмаҫлыҡ сирҙәргә, үлемгә килтерә, күп ғаиләләрҙең тормошон боҙа, киләсәк быуындың һаулығын ҡаҡшата. Әлбиттә, эскелектән ҡотолоу өсөн медицина, социаль, иҡтисади саралар кәрәк. Күп яҡлы һәм төптән уйланылған көрәш иғлан ителмәһә, Рәсәй халҡы үҙен-үҙе ҡырып бөтәсәк. Эскелеккә ҡаршы көрәштең иң еңел ысулы – эсмәҫкә, ҡәҙерле ауылдаштар.

Беҙҙең алда йәштәрҙе йәмәғәт эштәренә йәлеп итеү, хоҡуҡ боҙоуҙарҙы кәметеү, бала тәрбиәләү эшенә битараф ата-әсәләрҙең үҙ аңын үҫтереү өсөн профилактик саралар үткәреү, планлы эш алып барыу һәм башҡа бихисап эштәр тора.

  Ҡыҫҡаһы, биләмәлә көнүҙәк проблемалар етерлек, һәр береһен хәл итеү юлдарын бергәләп эҙләргә һәм табырға кәрәк. Ауылым, тыуған төйәгем тағы ла матурланһын, сәскә атһын, гөрләһен тип, дөйөм эшкә ҡулдан килгәнсә өлөш индереүҙән тора ла инде ауылыбыҙ киләсәге.

 

Һүҙ аҙағында ауыл хакимиәте исеменән  йәмғиәт эшендә актив ҡатнашыусы -  барлыҡ депутаттарыбыҙға, ауыл старосталары – Рауил Мөлөкөвҡа, Фәрүәз Фәйзуллинға, Хәсән Ҡотовҡа, Үрге ауыл зыяратында кәртә алыштырыуҙа, Ҡурғашлы ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың  иҫтәлегенә арналған обелискты ҡуйыуҙа, яҙлы-көҙлө тирә-яҡ мөхитте, зыярат эстәрен таҙартыу, төҙөкләндереү, юл ситтәрендә үҫеүсе үләндәрҙе сабыу  буйынса өмәләрҙә ҡатнашҡан   һәр береһенә ысын күңелдән рәхмәт һүҙҙәрен еткерәһе килә.

Ауыл биләмәһе хакимиәтенең эше депутаттар Советы, район хакимиәте, ауыл халҡы, ауыл учреждениялары хеҙмәткәрҙәре һәм шәхси эшҡыуарҙар менән берлектә башкарылһа ғына ыңғай һөҙөмтәләр бирер. Бөтәбеҙ ҙә аңлайбыҙ: бөгөн һәм хәҙер хәл ителәһе һорауҙар менән бер рәттә оҙайлы ваҡыт талап иткән, киләсәктә генә хәл ителәһе бурыстар ҙа бар. Нисек кенә булмаһын, тормошобоҙҙо, ауылдағы тәртипте барлыҡ йүнәлештәрҙә лә үҙебеҙ ойоштормаһаҡ, берәү ҙә ситтән килеп беҙҙең өсөн эшләмәйәсәк.

 

Һүҙ аҙағында барыһына ла иҫәнлек-һаулыҡ, һөҙөмтәле ҡаҙаныштар, уңыштар теләп ҡалам.

Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт.